Кәсепле ил тарҡалмаҫ 30.04.2016

Халҡыбыҙ борон-борондан урманға һыйынып көн иткән.  Туйындырған да,  кейендергән дә урман булған, тора-бара кешеләр ағастан төрлө йыһаздар эшләргә лә өйрәнгән. Был шөғөл быуындан-быуынға күсә килеп беҙҙең көндәргә лә килеп еткән. Аҡъяр ауылында йәшәүсе Зәлифә һәм Рәмил Билаловтар  боронғо кәсепкә ғаиләһе менән тотонған.

Был ыҡсым оҫтахананың даны тирә-яҡта күптән билдәле. Унда һәр ваҡытта эш ҡайнай. Уңған хужалар Еңеү байрамының «Үлмәҫ полк»ы проекты өсөн ағас рамдар етештерә. Оҫталар шулай уҡ ишектәрҙе, тәрҙә рамдарын, йорт йыһаздарын да күңел биреп эшләй.
Билаловтарҙың был шөғөлө студент йылдарынан уҡ килә. Йәшләй үк ағас, таш эшкәртеү менән ҡыҙыҡһыныусылар ун ике йыл эсендә ҙур тәжрибә туплаған. «Һәләткә йүнселлек ҡушылғанда килем алырға ла мөмкин»,- ти Билаловтар. Рәмил үҙе йорт йыһаздары с увенирҙар эшләй. Инде бер мөсәл яратҡан эше менән шөғөлләнеүсе Рәмил Билалов шәхси эшҡыуар булараҡ теркәлеп, субсидия алырға ниәтләнә.
Семәрле һандыҡтар, кесе йәштәге балалар өсөн карауаттар, төрлө ҙурлыҡтағы өҫтәлдәр, ишектәр, уйынсыҡтар, гөл кәштәләре: улар етештергән сифатлы тауарҙың төрө ҡырҡтан ашыу. Йыһаздарҙа милли биҙәктәр һәм һырҙар, яман көстәрҙән һаҡлаусы тамғалар һалынған.  Биҙәктәр менән тулыландырыу тормош иптәше  Зәлифәгә йөкмәтелгән.
Һәр ғаилә үҙенә күрә бәләкәй дәүләт, тибеҙ. Билаловтар өлгөһөндә  кескәй дәүләттәр артҡан һайын илебеҙ ҙә ҡеүәтлерәк буласаҡ.

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика