Күренекле композитор, йәмәғәт эшмәкәре, БАССР-ҙың халыҡ артисы Ғәзиз Әлмөхәмәтовтың тыуыуына 120 йыл тулыу айҡанлы уның исемен йөрөткән республика гимназия-интернатында байрам тамашаһы үтте

Күренекле композитор, йәмәғәт эшмәкәре, БАССР-ҙың халыҡ артисы Ғәзиз Әлмөхәмәтовтың тыуыуына 120 йыл тулыу айҡанлы уның исемен йөрөткән республика гимназия-интернатында байрам тамашаһы үтте 30.10.2015

Уҡыусылар сәнғәт әһеленең тормош юлы менән тағы ла бер танышып, үҙҙәре лә сихри музыка донъяһына сумды. Сәхнәлә шиғри әҫәрҙәр, башҡорт халыҡ йырҙары яңғыраны, бейеүҙәр ҡуйылды. Әлегә белем усағында 320 тәрбиәләнеүсе иҫәпләнә, улар араһында күрше төбәктәрҙән килеүселәр ҙә бар. Үҫеп килгән быуын вәкилдәре билдәле композитор кеүек үк сәнғәт өлкәһендә юғары ҡаҙаныштарға өлгәшергә теләй. Әйткәндәй, сарала иң алдынғы малай-ҡыҙҙар асыҡланды ла инде. Улар 2010 йылда гимназияла булдырылған Ғәзиз Әлмөхәмәтов исемендәге стипендия аласаҡ.

Эльмира Сафина, Ғәзиз Әлмөхәмәтов исемендәге республика гимназия-интернаты директоры:  «Уҡыусыларыбыҙ йыл да Рәсәй, республика кимәлендәге олимпиада, конкурстарҙа ҡатнашып төрлө еңеүҙәр яулай. Каникулдан һуң, 13 ноябрҙә Санкт-Петербургта үтәсәк «Малахит ҡумта» халыҡ-ара музыкаль бәйгелә лә ҡатнашырға уйлайбыҙ. Әле етди әҙерлек бара».

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика