Көньяҡ-көнсығыш төбәктең шаян, төртмә телле таҡмаҡсылары Баймаҡ районы Темәс ауылына республика бәйгеһенә йыйылды 02.12.2016

Өсөнсө йыл рәттән уҙғарылған конкурста Баймаҡ, Әбйәлил, Хәйбулла, Йылайыр райондары,Сибай ҡалаһы тел оҫталары майҙан тотто.

Быйылғы таҡмаҡтар бәйгеһе ҡатнашыусыларҙың географияһын киңәйтеп, бихисап фольклор һәм халыҡ ансамблдәрен йыйҙы. Күркәм сарала Баймаҡ районынан ғына ун дүрт ансамбль үҙ көсөн һынаны. Үрге Иҙрис ауылы ансамбле район тарихына, урындағы шаяртыуҙарға нигеҙләнгән эстәлекле таҡмаҡтар алып килде. Коллективта гармунсыларҙың да булыуы сығышҡа йәм, дәрт өҫтәне.
Республика таҡмаҡтар фестивалендә яңғыҙ башҡарыусылар һәм ансамблдәр тыуған илгә, уның кешеләренә арналған, төрлө лаҡаптарға бәйләнгән шаян, төртмә телле таҡмаҡтар менән сығыш яһай. Тамашасылар алдында юғалып ҡалмай, ҙур күләмдәге таҡмаҡтарҙы яңғыҙыңа башҡарыу еңелдән түгел. Хәйбулла районынан Вәғиҙә Әхтәмова үҙе ижад иткән таҡмаҡтар башҡарып, ололар араһында беренсе урынға эйә булды. Балалар араһында Баймаҡтан Әнгизә Нурғәлинаның  да сағыу сығышы лайыҡлы баһаланды.
Һәр райондың ансамбле үҙенсәлекле сығыштар менән бәйгелә ҡатнаша. Улар таҡмаҡтарҙы ғына башҡарып ҡалыуҙа сикләнмәй, сығыштарын  бейеү, төрлө инструменттарҙа уйнау менән байыта. Был, әлбиттә, халыҡтың ауыҙ-тел ижадына битараф түгеллеген күрһәтә.
Йылдан йыл таҡмаҡ әйтешеүселәрҙең һаны ла, уларҙың сығыштарының сифаты ла арта бара. Был юлы иң-иңдәре тип Баймаҡ районының Темәс һәм Урғаҙа ауылдарының фольклор ансамблдәре билдәләнде. Халҡыбыҙҙың милли ҡомартҡыһы, ауыҙ-тел ижады байлығы тап бына ошондай фольклор ансамблдәренә һаҡлана ла инде.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика