Көнсығышҡа сәйәхәт 09.07.2015

Нестерев исемендәге Башҡорт дәүләт художество музейында «Егерменсе быуат башындағы рус сәнғәтендә  көнсығыш образы» күргәҙмәһе эшләй. Ул БРИКС һәм ШОС  илдәре саммиттары айҡанлы асылды. Үҙенсәлекле композицияны ҡарарға  Рәсәйҙең мәҙәниәт министры Владимир Мединский менән Башҡортостандың мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова  ла килде.  

Көнсығыш илһамландыра.  Урта Азия  ижадсыларҙы үҙенең серлелеге менән һәр ваҡыт үҙенә әйҙәгән.  Нестерев исемендәге Башҡорт дәүләт художество музейында «Егерменсе быуат башындағы рус сәнғәтендә  көнсығыш образы» күргәҙмәһендә алтмыш алты картина  тупланған. . Быға тиклем Һарытау ҡалаһында эшләгән күргәҙмәнең әле  Өфөлә  асылыуы осраҡлы түгел. Ул     Брикс һәм Шос илдәре саммиттары  айҡанлы асылды.  
Павел Кузнецов, Сергей Герасимов, Петре Уткин - күргәҙмәлә утыҙҙан ашыу авторҙың эше ҡуйылған. Картиналар төрлө стилдә эшләнгән. Берәүҙәрҙе Көнсығыштың  боронғо хан һарайҙары, мәсеттәре арбаһа,  икенселәрҙе йылы яҡтың  татлы емештәренә битараф түгел. Картиналарҙа данлыҡлы  Сәмәрҡәнд баҙарын һәм  хеҙмәт кешеләрен дә күрергә мөмкин.
Билдәле булыуынса, Көнсығышҡа был  авторҙарҙың күбеһенең   барғаны ла булмаған. Илдең мәҙәни мираҫын тәшкил итерлек картиналар яҙырға,  мәҫәлән,  Аристарх Лентуловҡа бер тапҡыр  Ҡырымға булып ҡайтыу ҙа еткән, ә Илья Машков ул ваҡытта беҙҙең яҡҡа бик һирәк килеп еткән  йылы яҡ емештәрен натюрмортҡа төшөргән.  
Был картиналар Третьяков дәүләт галереяһында, Көнсығыш  халыҡтары сәнғәте дәүләт музейында  Мәржәни исемендәге фәнни һәм мәҙәни программаларҙы һаҡлау һәм үҫтереү фондында һәм шәхси коллекцияларҙа урын алған. Күргәҙмәне ойоштороусылар һынлы сәнғәт оҫталарының иң сағыу эштәрен һайлап алған.  
Һәр рәссамдың үҙ ҡарашы. Хыялдағы һәм ысынбарлыҡтағы Көнсығыш -   авторҙарҙың бай фантазияһынан тупланған эштәр бер бөтөн булып Урта Азияға сәйәхәткә илтә. Күргәҙмә   1 октябргә тиклем эшләй.
Рәмилә Исмәғилева

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика