«Көмөш Аҡбуҙат» Халыҡ-ара милли һәм этник кинофестиваленең быйылғы Гран-приһын Бангладеш режиссеры Абу Шахед Эмондың «Джалала тарихы» нәфис фильмы яуланы 28.10.2016

Бөгөн «Башҡортостан» дәүләт концерт залында өсөнсө йыл рәттән уҙғарылған күләмле сараға йомғаҡ яһалды. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, фестивалдә быйыл 24 нәфис фильм һынау тотто. Улар 250-нән ашыу эш араһынан һайлап алына. Һәр кино менән ҡала халҡы һәм ҡунаҡтары Өфөнөң «Родина» кинотеатрында өс көн дауамында таныша барҙы.

Төп ун приз менән бер рәттән, махсус номинациялар ҙа тапшырылды. Шуларҙың береһе, Башҡортостандың мәҙәниәт министрлығы призына Радик Килмәмәтов режиссерлығында төшөрөлгән документаль фильм геройы Абдулла Солтанов лайыҡ булды. Халыҡ йырсыһын тамашасы аяғүрә баҫып алҡышланы.

Кинофестивалгә тәҡдим ителгән фильмдарҙы ноябрҙә Башҡортостан юлдаш телевидениеһында ла ҡарарға мөмкин буласаҡ.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика