Кәмәлек буйы башҡорттары ҡор йыйҙы 16.08.2016

Байрам Һарытау өлкәһенең Пугачев районында үтте. Һуңғы тапҡыр ул төбәктә бынан 17 йыл элек ойошторолған. Был юлы сара  Мәҡсүт ауылы мәктәбенең башланғыс кластар уҡытыусыһы Римма Биктимерова башланғысында ойошторолдо. Йыйында беҙҙең республика вәкилдәре лә ҡатнашты. Байрам сиктәрендә улар төбәктә башҡорт милли уйын ҡоралдарында оҫталыҡ дәрестәрен үткәрҙе.

Башҡорт халыҡ көйө "Хәтирә". Ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә балалар милли музыка ҡоралдарында уйнарға еңел өйрәнә. Уларҙың ҡулдарында ҡумыҙ ҙа думбыра ла йәнләнеп киткән кеүек.  Боронғо халыҡ көйөн дә балалар  "Һә" тигәнсе отоп алған.
Оҫталыҡ дәрестәрен милли йыр-моңға һыуһаған  һарытауҙар көтөп алған. Үҫмерҙәр менән Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Рәйес Низаметдинов һәм "Йатаған" этно-төркөмө етәксеһе Илдар Шакиров шөғөлләнде.
"Йатаған" этно-төркөмө етәксеһе, башҡорт музыкаһын яңы стилдә тотош төрки донъяһына яңғыратыусы Илдар Шакир үҙе лә   сығышы менән күрше Силәбе өлкәһенән. Бәлки шуғалыр ҙа уға Башҡортостандан ситтә йәшәүсе ҡан-ҡәрҙәштәребеҙҙең рухи ынтылыштары яҡшы таныш.  Әлеге ваҡытта башҡорттар  башлыса Перелюб һәм Пугачев райондарында йәшәй. Ерле халыҡты башҡорт теле һәм йыр-бейеүҙәренә, ғөрөф-ғәҙәттәре һәм йолаларына  һөйөү берләштерә.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика