Күмәкләгән яу ҡайтарған

Күмәкләгән яу ҡайтарған 20.04.2016

Ошо көндәрҙә Баймаҡ районы Сыңғыҙ ауылы мәктәбендә атайҙар көсө менән бейеү бүлмәһе үҙ ишектәрен асты.

Баймаҡ районында һәр ауыл айырым бейеү, йыр, ҡурай түңәрәге менән ғәжәпләндерә ала. Ләкин уларҙың барыһында ла шарттар бер тигеҙ түгел. Сыңғыҙҙың «Еҙ үксә» Балалар бейеү студияһында 40 ашыу бала теләп шөғөлләнә. Быға тиклем улар бейеү түңәрәгенә күрше ауылға йөрөргә мәжбүр булһа, хәҙер үҙ мәктәптәрендә бейеү бүлмәһе асыла. Бында балаларға шөғөлләнеү өсөн бар уңайлыҡтар ҡаралған. Бейеү бүлмәһе урындағы ир‐егеттәр көсө менән сафҡа инә.
Элек-электән был төбәктән сыҡҡан бейеүселәр республика, хатта уның сиктәрендә дан тотҡан. Был йәһәттән әле бейеү түңәрәгенә йөрөгән балалар башҡаларҙан айырылып тора. Улар иртәгә профессионал сәхнәгә сыға торған артистар кеүек әҙерлекле.
«Еҙ үксә» бейеү балар студияһында шөғөлләнеүсе балалар бейеү менән район халыҡ ижады сәхнәһендә йыш сығыш яһайҙар.Ул ғына ла түгел республика кимәлендә тамашасыларҙың һөйөүен яуларға өлгөрә улар. Әле бейеүселәр яңы бейеү ҡуйыу менән мәшғүл. Бейеүселәргә ижади уңыштар теләйбеҙ.

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика