Күмәкләгән яу ҡайтарған

Күмәкләгән  яу ҡайтарған 09.10.2015

Хәйбулла районы Әбүбәкер ауылы халҡы йөн иләү эштәрен дә бергәләп башҡара. Төбәктә боронғо йолаларҙы тергеҙеү маҡсатында өмә ойошторғандар.

Мәрйәм Билалова шәхси хужалығында күпләп һарыҡ үрсетә. Ваҡ малды ҡарауы ла анһатыраҡ, табышы ла күберәк тип билдәләй уңған хужабикә. Йөндө эшкәртеүҙең серҙәрендә яҡшы хәтерләй.  Был эш өсөн ул селек ағасын ҡуллана.
Йөндө миҙгеленә ҡарап айыра. Көҙгөһө кейеҙгә быймаға китә, яҙғыһын бәйләм бәйләүгә тотона.
Йөндө ҡулланыр алдынан яҡшылап эшкәртеү мөһим. Сүп-сарҙан таҙартып теткәндән һуң уны күперкәнсе һуҡһаң иләүе уңайлыраҡ ти өмәлә ҡатнашыусылар.
Ҡолға, аяҡ  орсоғо менән бер рәттән  замана ҡаҙаныштары менән дә файҙалана  уңған хужабикәләр. Әлбиттә автоматтар эште ябайлаштыра. Әммә күҙ нурын түгеп ҡул менән иләнгән йөнгә етмәй ти өмәлә ҡатнашыусылар. Ул тигеҙерәк, йомшаҡ һәм йылыраҡ була.
Төбәктә Көрөҫ тип аталған боронғо балаҫ һуғыу ҡоролмалары ла һаҡланып ҡалған. Уның ярҙамында Әбүбәкер килендәренең бирнәләрен әҙерләгәндәр. Аҫалы балаҫтары менән дан тотҡан төбәк халҡы һарыҡ йөнөнөң ҡәҙерен яҡшы белә.
Йөн иләү өмәһе икеләтә файҙалы булды тип ҡыуана ауыл халҡы. Берҙән боронғо  кәсепте тергеҙеү  форсаты , икенсенән күпләп йыйылған көҙгө йөндө тиҙ арала эшкәртеү мөмкинлеге  бирелде. Оҙон ҡышҡы кистәрҙе хәҙер  Әбүбәкер инәйҙәре бәйләм бәйләп үткәрәсәк.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика