Кәкре сүкеш менән тура һуғыусы 30.01.2016

Баш ҡалала «Хәйерле Stand-up кис» резиденты, Башҡорт асыҡ КВН лигаһы ағзаһы Фидан Ҡолмөхәмәтов  үҙенең тәүге көлкө тамашаһын ойошторҙо.

Фидан Ҡолмөхәмәтовтың тәүге көлкө тамашаһына бара алмаҫ инең. Йәш юмор оҫтаһы  «кәкре сүкеш» менән һуҡҡылай торғас, хәҙер роялдә уйнарға өйрәнгән. Бынан тыш, шаяртыуҙарын халыҡҡа йырлап та еткерә. Хәйер, «башҡорт эстрадаһында минән башҡа ла таланттар күп!»,-ти ул. Шуға егет был йүнәлештә тамашасыларҙы көлдөрөр өсөн генә сығыш яһай.
Фидан Ҡолмөхәмәтов йәштәргә  Башҡорт асыҡ КВН лигаһы аша таныш. Командала бер үҙе генә булыуына ҡарамаҫтан, көсөргәнешле уйындарҙа алдынғылыҡты бирмәй. Был юҡҡа түгел, тормоштан әсе көлөргә тырыша егет.
«Кәкре сүкеш» командаһының барлыҡҡа килеүе башҡорт юморындағы яңы башланғыс - стендап-шоуҙы ойоштороуға ла төп этәргес булғандыр. Фидан Ҡолмөхәмәтов йәш квн-сыларҙы монолог формаһындағы сығыштарға әҙерләүҙә лә ярҙам итә.
Шулай ҙа тәүге тапҡыр үҙенең көлкө тамашаһын үткәреүсе Фидан Ҡолмөхәмәтов кире фекерҙә. Ул Башҡорт асыҡ КВН лигаһында һәләтле егет-ҡыҙҙар күп тигән ҡарашта. Кем белә, бәлки, улар ҙа тиҙҙән яңғыҙ ғына сығыш яһарға баҙнат итер?

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика