Күгәрсен районының Мораҡ ауылында Бөйөк Еңеүҙең 70 йыллығына арнап «Хорҙар көрәше» ойошторолдо.

Күгәрсен районының Мораҡ ауылында Бөйөк Еңеүҙең 70 йыллығына арнап  «Хорҙар көрәше» ойошторолдо. 25.02.2015

Төбәк тарихында тәүгә уҙғарылған үҙенсәлекле сарала райондың күпселек ойошмалары, шул иҫәптән мәктәптәр, балалар баҡсалары һәм дауахана коллективтары әүҙем ҡатнашты. Конкурста һуғыш йылдарының популяр йырҙары ла заманса әҫәрҙәр ҙә яңғыраны.

Ҡыҙыу йыр-моң көрәшендә еңеүселәр дипломдар һәм иҫтәлекле бүләктәр менән билдәләнде. Ошо уҡ көндө Мәҙәниәт һарайы фойеһында район музейының «Һуғыш ҡорбандары» тип исемләнгән күргәҙмәһе лә эшләне. Еңеүҙе данлаусы  иҫтәлекле көн яҡташтар күңелендә ғорурлыҡ хистәре уятты.    

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика