Күгәрсен районында «Шаяниум 2015» уйыны үтте 16.04.2015

«Боҙ ҡуҙғалды» девизы аҫтында ойошторолған көлкө байрамында бөтәһе ете команда көс һынашты.  

Шаян ҡыҙҙар һәм егеттәр тамашасыларға төрлө донъя хәлдәрен көлкө көҙгөһө аша асып күрһәтте. Көлкө жанрының һәр стилендәге шаяртыуҙар араһында тәрән мәғәнәле сығыштар ҙа күҙәтелде. Мәҫәлән, Еңеүҙең етмеш йыллығына арналған «Еңеү өсөн олатайыма рәхмәт», әҙәбиәт йылына бағышланған миниатюралар уҡыусыларҙы туған телгә, әҙәбиәткә иғтибарлы булырға өндәне.
Сара аҙағында командалар номинациялар буйынса баһаланды. Иң кесе ҡатнашыусы, отҡор, шаян егет, йыл асышы. Беренсе «Шаяниум»дың еңеүселәре тип Теләүембәт мәктәбенең «Ритайым» командаһы танылды. Киләсәктә башҡорт телендә уҙғарылған «Шаяниум» уйындарын әүҙемләштерергә һүҙ ҡуйышты йәштәр.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика