Күңел йылыһын - балаларға! 21.12.2016

Ошо девиз аҫтында «Юлдаш» мәғлүмәт һәм йыр-моң каналы хеҙмәткәрҙәре Нуриман районының Ишморат ауылында урынлашҡан балалар һәм үҫмерҙәр приютына юлланды.

Шыршы биҙәп, яңы йыр-бейеүҙәр өйрәнеп, кескәйҙәр Ҡыш бабай менән Ҡарһылыу килеүен түҙемһеҙләнеп көткән. Шуға ла улар береһен-береһе уҙып, һәләттәрен күрһәтеп ҡалырға ашыҡты.
Яңы йыл байрамына Азат Әйүпов та моңло йыр әҙерләгән. Малай-ҡыҙҙар араһында иң ҙуры булһа ла ул һаман да Ҡыш бабайға, мөғжизәгә ышанам, тип йылмая. Әйткәндәй, Яңы йылды быйыл Азат үҙ ғаиләһендә ҡаршы аласаҡ.  
Бөгөнгө байрамды балалар яңы йыл бүләге итеп ҡабул итте. Сөнки уларға «Юлдаш»тар менән килгән йәш эстрада йондоҙҙары менән яҡындан танышыу бәхете тейҙе.  Ғайсар Миңлеғолов, Илнур Рамаҙанов башҡарыуында йырҙарға ихлас ҡушылды.
Ҡыш бабайҙың һәр һүҙен, хәрәкәтен күҙәтеп, йырсыларға ҡушылып йырлап-бейегән балаларға байрам көс-дәрт өҫтәне.
Хәйриә акцияһы бөгөн дә үҙ маҡсатына иреште. Ойоштороусылар сираттағы ун һигеҙ бала менән аралашып, уларға күңел йылыһы өләште.
Осрашыу һуңында байрамдан ҡәнәғәт ҡалған балалар иҫтәлеккә фото төшөп, рәхмәттәрен белдерҙе.


Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика