«Күңел йылыһы» 20.05.2016

«Юлдаш» радиоһы «Әсә йөрәге» төбәк йәмәғәт ойошмаһы менән берлектә марафон ойошторҙо. Мөмкинлектәре сикләнгән балаларҙы һәм үҫмерҙәрҙе социаль реабилитациялау маҡсатында  уҙғарылды хәйриә акцияһы.

Рәсәйҙә «Уңайлы мөхит» программаһы эшләй. Инвалидтарға тәғәйенләнгән дәүләт программаһы булыуы яҡшы, әммә уны тормошҡа ашырыуҙа етешһеҙлектәр ҙә юҡ түгел. Мәрхәмәтлек акцияһын «Юлдаш» радиоһы журналистары «Әсә йөрәге» төбәк йәмәғәт ойошмаһы менән берлектә ойошторҙо. Тура эфирҙа барған «Күңел йылыһы» тигән һөйләшеүҙә ҡатнашыусылар  мөмкинлеге сикләнгәндәрҙең мәнфәғәтен яҡлап сығыш яһаны.
Рәсәйҙә 13 миллион инвалид иҫәпләнә, уларҙың 66 проценты хаҡлы ялдағылар, 4 проценты - балалар. Быйыл мөмкинлеге сикләнгән кешеләр өсөн уңайлыҡтары булған объекттар 45 процентҡа артыр тип фаразлана. Тура эфир студияһына килеүсе социаль өлкәләге  белгестәр, депутаттар инвалид - балаларға ярҙам итеү, уларҙы уҡыуға , ижадҡа, спортҡа әүҙемләштереү, йәмғиәткә кәрәкле һәм файҙалы кешеләр итеп үҫтереү - иң изге бурыстарҙың береһе, тип билдәләй.
«Әсә йөрәге» төбәк йәмәғәт ойошмаһы алты йыл дауамында мөмкинлектәре сикләнгән балалар араһында «Таланттар йондоҙлоғо» фестивален ойоштора. Бөтә Рәсәйгә билдәле һәләттәрҙе асырға ярҙам итә. «Тамыр» телеканалы ла  йыл һайын был акцияға ҡушылып ярҙам күрһәтә. Балаларҙың аралашыу, яңы дуҫтар табыу теләге көслө. Уларҙы социаль реабилитациялауға йүнәлтелгән сараларҙа һәр кеше хәленән килгәнсә әүҙемлек күрһәтә ала.
Хәйриә акцияһы үҙ маҡсатына иреште. Инвалид балаларҙың һәм үҫмерҙәрҙең проблемаларын депутаттар, уҡытыусылар, табибтар, ппсихологтар киң йәмғәтселеккә еткерә алды. Радиоәңгәмәне тыңлаусылар мөмкинлектәре сикләнгән балалар киләсәгенә битараф ҡалманы, хәленән килгәнсә аҡсалата ярҙам күрһәтте. Мәрхәмәтлек акцияһында йыйылған һәр тин  мөмкинлектәре сикләнгән балаларҙы социаль реабилитациялауға йүнәлтеләсәк.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика