«Ижади саҡырыу» 04.06.2015

Бөгөн Өфөлә  мәҙәниәт һәм сәнғәт ветерандарына ярҙам марафонына йомғаҡ яһала. «Башҡортостан» дәүләт концерт залында үтәсәк Гала-концертта эстрада, театр һәм кино йондоҙҙары сығыш яһай. Саранан йыйылған сығымдар ярҙамға мохтаж оло йәштәге сәнғәт эшмәкәрҙәрен дауалауға йүнәлтелә.

Роза Кәримова ғүмеренең 35 йылын театрға бағышлай. Актриса лирик-драматик, комик-сатирик ролдәрҙе лә берҙәй уңышлы башҡара.  Роза Кәримова башҡарыуындағы Джульетта, Нина Заречная кеүек бик күп образдарҙы өлкән быуын тамашасыһы бөгөнгөләй  хәтерләй. Әммә  ул ваҡытта актерҙар сәхнәлә генә сығыш яһамай. Уларға йыш ҡына ялан шарттарында ла уйнарға тура килә.  
«Сәнғәт кешеләре» хәйриә фонды былтыр «Ижади саҡырыу» акцияһын башлап ебәргәйне. Марафонға  500-ҙән ашыу кеше ҡушылды. Бөгөн кис  «Башҡортостан» дәүләт концерт залында үтәсәк Гала-концертҡа ла билет һатып алып һәр кем ярҙамға мохтаж оло йәштәге сәнғәт эшмәкәрҙәрен дауалауға үҙ өлөшөн индерә ала. Билет хаҡы 300 һумдан 1 мең һумға тиклем. Бынан тыш, смс-хәбәр ебәрергә мөмкин. Уларҙы мегафондан тыш барлыҡ оператор ҙа ҡабул итә. Хәйриә фондының банк реквизиттарын әле һеҙ экранда күрәһегеҙ.
Банковские реквизиты Благотворительного Фонда «Люди искусства Башкортостана»
Отделение № 8598/0245 Сбербанка России, г. Уфы
ИНН 7707083893
КПП  027802001
ОГРН  1027700132195
БИК  048073601
Кор.счет  30101810300000000601 в РКЦ НБ РБ
Расчетный счет 40703810606000000370

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика