Ижади бәйгенән яңы еңеүҙәргә! 03.06.2016

Бөгөн Өфөнөң Комаров исемендәге балалар ижады һарайында «Беҙ - һинең балаларың, Рәсәй!» республика конкурсына йомғаҡ яһалды. Мәктәп уҡыусылары, интернат тәрбиәләнеүселәре өс номинация буйынса бүләкләнде.

Ижади бәйгегә барлығы ике меңгә яҡын эш ҡабул ителә, малай-ҡыҙҙар тыуған ил хаҡында инша, хикәйә, эссе, шиғыр, рәсем һәм фотоһүрәттәр ебәрә. Иң яҡшы тип табылған эштәрҙе фойела ойошторолған күргәҙмәлә күрергә мөмкин ине. Еңеүселәр араһында Стәрлетамаҡ, Белорет, Бәләбәй ҡалаларынан, Миәкә, Көйөргәҙе, Ҡыйғы, Ишембай райондарынан балалар һәм үҫмерҙәр күп. Улар өсөн күңелле һәм бай йөкмәткеле концерт программаһы күрһәтелде. Күркәм сара сиктәрендә шулай уҡ «Мәктәп патенты - киләсәккә табан аҙым» Халыҡ-ара балалар конкурсы еңеүселәре тәбрикләнде. Быйыл Башҡортостандан тиҫтәнән ашыу бала мәртәбәле бәйгелә призлы урындар яулай.  
Халыҡ-ара кимәлдә уҙғарылған «Мәктәп патенты - киләсәккә табан аҙым» конкурсында Комаров исемендәге балалар ижады һарайында ойошторолған түңәрәктәрҙә шөғөлләнеүселәр ҙә ҡатнаша. Үҫмерҙәр «Архитектура-ландшафт һәм сәнәғәт дизайны» номинацияһында тәүге урынға сыға. Улар ағастан «Ҡытай йондоҙнамәһе»н һәм «Мульт-шыршы» яһай. Һуңғы эш совет һәм Рәсәй мультфильмдары персонаждарын һүрәтләүсе уйынсыҡтар менән биҙәлгән.

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика