Ижад өсөн сиктәр юҡ

Ижад өсөн сиктәр юҡ 03.06.2017

Өфөлә «Статус» инклюзив халыҡ театры тамашасыларға премьера спектаклен тәҡдим итте. Сәхнә әҫәре ижади коллективтың бер йыллыҡ эш һөҙөмтәһе емеше. Спектаклдә мөмкинлеге сикләнгән ике ир-егет тә уйнай.

Парашюттан һикергән кеүек. Йөрәк дөп-дөп тибә. Ҙур сәхнәгә тәүге тапҡыр сыҡҡан Рауил Нафиҡов тулҡынланыуын йәшермәй. Тамашасы нисек ҡабул итер? Бер йыл элек ойошторолған «Статус» халыҡ театрына барыр алдынан уны ошо һорау борсой. Ысынлап та, төбәк халҡы өсөн сәхнәлә коляскалы инвалидтың сығып, уйнауы ғәҙәти күренеш түгел.
«Софи» спектакленә сценарийҙы ижади коллектив үҙе яҙа. Мөмкинлеге сикләнгән актерҙар өсөн махсус роль бүленмәгән, әммә улар үҙҙәрен башҡалар менән бер рәттән сәхнәлә иркен тотоп уйнаны. Тамашасылар билдәле Паралимпия спортсыһы һәм йәмәғәт эшмәкәре Марат Йосоповтың ижади һәләттәренә һоҡланды. Әйткәндәй, республикала ошондай театр ойоштороу теләге Маратта Мәскәүгә ярышҡа барған ваҡытта тыуа.
Марат Йосопов, «Факел» Бөтә Рәсәй инвалидтар йәмәғәт ойошмаһының республика бүлексәһе етәксеһе: «Мине театрҙа коляскалы инвалидтар башҡа актерҙар менән бер рәттән уйнауы һоҡландырҙы. Шул ваҡытта мин дә, ә беҙ ҙә булдыра алабыҙ бит, һәләттәрҙе күрһәтеү мөмкинлеге бар ҙа инде, тип уйланым».
Ижади коллективта барлығы йөҙ кеше. Актерҙар араһында студенттар, уҡытыусылар ҙа, табиптар ҙа бар. Һәүәҫкәр булһаҡ та, эшкә профессиональ ҡараш, ти сценарий авторы Гүзәл Дәүләтова. Бер йыл эшләгән театрҙың был икенсе эше.
Сәғәт ярымға иҫәпләнгән сәхнә әҫәре бер тынала ҡарала. Тимәк, «Статус» инклюзив театры репертуарын халыҡ яратып өлгөргән тағы ла бер спектакль менән байытты. Яңы миҙгелгә ижади коллектив көс-дәрт, тәжрибә туплап, яңы әҫәрҙәргә тотонмаҡсы.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика