Исламбахты ауылы Йәрмәкәй районының иң көньяҡ нөктәһендә урынлашҡан

Исламбахты ауылы Йәрмәкәй районының иң көньяҡ нөктәһендә урынлашҡан 23.07.2017

Ауыл борон-борондан Ырымбур өлкәһе менән алыш-биреш итеп тығыҙ бәйләнештә йәшәгән. Ауылдын 275 йыллығына күрше өлкә менән ете саҡрым юл асылған, әлеге ваҡытта балалар баҡсаһы төҙөкләндерелә,  Ыҡ йылғаһы аша яңы күпер һалынасаҡ.

"Почет билдәһе" ордены кавалеры, алдынғы һауынсы Айсилә Минәзева яҡындарын һәр ваҡыт мул табын менән ҡаршылай. Тормош иптәше Илдус Фәррәх улы менән илле йылдан ашыу татыу ғүмер кисерәләр. Һуғыш  дәүере балалары атай төҫө күрмәй. Донъяны ла икәүләп өйәләр. Хеҙмәт ветерандары байрамды түҙемһеҙләнеп көтөп алған.

Йорт хужаһы тирә -йүндә алтын ҡуллы оҫта булараҡ дан алған. Һәүәҫкәр  баҡсасы, балта оҫтаһы, тимерсе - уға етмеш төрлө һөнәр ҙә аҙ. Ауылды йәмләндереүгә йәштәр менән бер рәттән күп көс һалған. Ихатаһын әкиәт донъяһына әйләндергән.

Ырымбур өлкәһе менән сиктәш ауылда бөгөн ҙур тантана. Олоһо-кесеһе һәм төрлө тарафтарҙан ҡайтҡан ҡунаҡтар ауылдарының 275 йыллығына йыйылған. Сара Бөйөк Ватан һуғышында башын һалыусыларҙы  иҫкә алыуҙан башланды. Абруйлы ҡунаҡтар араһында билдәле яҡташтары Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, фотрәссам Рәиф Баҙыҡов та бар. Ул ҡулынан фотоаппаратын төшөрмәй. Бөгөнгө иҫтәлекле көндөң дә сағыу мәлдәрен тарихҡа теркәне.

Тарҡаҙы ауыл советына ҡараған Исламбахтыла крайҙы өйрәнеү музейы ла эшләп килә. Уны тарихи ҡомартҡылар һәм мәғлүмәттәр менән байытыуға яҡташтары күп көс һалған.

1742 йылда 3ыр-йылан ырыуы башҡорттары төпләнгән ауылда әлеге ваҡытта 228 хужалыҡ иҫәпләнә, дүрт йөҙҙән ашыу халыҡ ғүмер итә. Ауыл байрамында күп бала тәрбиәләп, оло тормош юлына сығарыусы сал сәсле әсәләр ҙә тәбрикләнде. Уларға Йәрмәкәй районының ҡатын-ҡыҙҙар советы рәйесе Ынйы Шафиҡова иҫтәлекле бүләктәр тапшырҙы. Ауыл байрамы ысын мәғәнәһендә халыҡты берҙәмләштереүгә һәм изге эштәргә дәртләндереүгә булышлыҡ итә.

Байрамға ҡайтыусылар ҡыҙыҡлы концерт программаһын тамаша ҡылды. Моң һәм дуҫлыҡ байрамында сәхнә түренә иң һәләтлеләр күтәрелде. Район хакимиәте башлығы ла ауылдарҙы үҫтереүҙе юҡҡа ғына Ырымбур сигендә урынлашҡан Исламбахтынан башламаған. Бында тырыш һәм намыҫлы кешеләр йәшәй. Ауылдың киләсәге өмөтлө  ҡулдарҙа.

Тәүге тапҡыр ойошторолған ауыл байрамында меңдән ашыу кеше ҡатнашты. Тамашаға килеүсе халыҡ үҙ тамырҙарын барланы, киләсәккә яңы уй-ниәттәре менән уртаҡлашты.  

Исламбахты ауылында бөгөн һәр йорт туй ҡаршыларға әҙерләнгән кеүек итеп биҙәлгән. Оҫта хужабикәләр аш-һыу хәстәрләгән, ир-уҙамандар йорт-ихата, ауыл биләмәһен тәртипкә килтергән. Был төбәктә "Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!" байрамы күңел асыу өсөн генә ойошторолмай. Районды Ырымбур өлкәһе менән тоташтырыусы юл төҙөкләндерелә, балалар баҡсаһы ремонтлана, Ыҡ йылғаһы аша күпер яңыртыласаҡ. Социаль һәм иҡтисади үҫеш-ауыл кешеләренең дә йәшәйешенә ыңғай йоғонто яһай.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя


Возврат к списку


Яндекс.Метрика