Ишембай районының Этҡол ауылында төҙөкләндерелгән мәҙәниәт йорто сафҡа инде

Ишембай районының Этҡол ауылында төҙөкләндерелгән мәҙәниәт йорто сафҡа инде 13.09.2014

Үткән быуаттың  һикһәненсе йылдарында асылған мәҙәниәт усағын бөгөн танырлыҡ та түгел.  Был көндө түҙемһеҙлек менән көткән  ауыл халҡы ошо уңайҙан байрам ойошторҙо.  

Түңәрәктә өйөрөлгән егет-ҡыҙҙар  бөгөн айырыуса дәртләнеп бейей.  Этҡол ауылы таланттары өсөн ҙур байрам -  йыл буйы төҙөкләндерелгән мәҙәниәт йорто асылды. Ул ауыл кешеһе өсөн мәккәгә тиң тиһәң бер ҙә арттырыу булмаҫ, эш-мәшәҡәттәрҙе онотоп торорға барыһы ла ошонда йыйыла. Уларҙың шатлығын уртаҡлашырға Республика Хөкүмәтенән мәртәбәле ҡунаҡтар ҙа килде.
Төҙөкләндереүгә  республика һәм муниципаль бюджеттан, республиканың социаль маҡсатлы фондынан  17 миллион һум аҡса тотонолған.  Хореография, декоратив-ғәмәли, балалар бүлмәһе, өҫтәл хоккейы - мәҙәниәт усағында йәнең теләгән шөғөл буйынса һәләтеңде үҫтерергә мөмкин.
Бүлмәләрҙә   онлайн рәүештә уҡытыу  ойошторолған. Ике йыл  элек асылған  моделле китапхана эшләп килә. Ул заманса   йыһазландырылған, быйыл тағы ла   тулыландырылған,  яңы китаптар алынған . Балалар өсөн мөйөш булдырылған.  Мәҙәниәт  усағы төбәктә «Умырзая» фольклор-вокал ансамбле менән дан тота. Аккустикаһы яҡшыртылған сәхнәлә йырҙарыбыҙ тағы ла дәртлерәк яңғырар, тип һөйөнә йыр-моң һөйөүселәр.
Мәҙәниәт йортонда   тарихи-крайҙы өйрәнеү музейы ла  асылды. Был бүлмәлә  ауылдың ике быуаттан ашыу тарихы менән танышырға була. Ул ошо ауыл егете, ғүмерен балаларҙы  уҡытыуға арнаған  уҡытыусы  Юнир Йосоп улы етәкселегендә ойошторолған.
Бүлмәнең бер өлөшөндә боронғо көнкүреш әйберҙәре, ауылда, уның тирәһендә табылған ҡомартҡылар, икенсеһендә   Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан ветерандарҙың фотоһүрәттәре,яу ҡырында табылған экспонаттар урын алған. Этҡол республикаға бик күп шәхестәр биргән төбәк.
Этҡолда 900-гә яҡын кеше йәшәй. Улар республиканың «Айыҡ ауыл» конкурсында ҡатнаша. Тарихты һаҡлап, киләсәккә ынтылып заманса йәшәргә, халыҡтың аң-кимәлен үҫтереүгә, рухын нығытыуға булышлыҡ итеүсе мәҙәниәт усағы  бик күп башланғыстарға нигеҙ һалыр.  
Рәмилә Исмәғилева

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку