Иртәгә яҡташыбыҙ Марсель Сабиров «Голос. Дети» проектының икенсе турында үҙ көсөн һынай 14.04.2016

Ярымфиналға үткән хәлдә, ул сәхнәлә  тағы ла бер тапҡыр «Ямайка» йырын башҡарасаҡ. Әлегә Марселдең тәүҙә кемдәр менән сығыш яһауы сер итеп һаҡлана. Бәләкәй йондоҙҙоң «Алыш» этабында ниндәй йыр йырлаясаҡ?

Марсель Сабировтың тауышы, уның башҡарыуындағы «Ямайка» йыры тәүге секундтан уҡ жюри ағзаларын таң ҡалдырҙы. «Голос. Дети» проектында өс остаздың да сығыш яһаусыға боролоуы һирәк күренеш. Яҡташыбыҙға был бәхет йылмайҙы. Сәхнәлә ул күп тә уйлап тормай, Леонид Агутин менән бергә эшләргә теләк белдерҙе.
Әлегә сираттағы этапҡа репетициялар ҡыҙыу бара. Марсель унда бәйгелә ҡатнашыусы ике дәғүәсеһе менән бергә йырларға тейеш, остаз ярымфиналға уларҙың береһен генә ҡалдырасаҡ. Иң мөһиме, - Өфөнөң кескәй йондоҙо һайлап алынған йыр менән ҡәнәғәт, шулай ҙа тулҡынланыуын йәшермәй.
Марсель Сабиров, «Голос. Дети» проектында  ҡатнашыусы:  «Моңло бер йыр башҡарабыҙ, ә мин дәртле, бейергә мөмкин булған музыканы яратам. Был минең өсөн бөтөнләй яңы жанр. Йырҙың һүҙҙәрен остазыбыҙ үҙе яҙған, ҡалғаны сер булып ҡалһын».
Леонид Агутин өс сығыш яһаусы араһынан Марсель Сабировты ҡалдырһа, яҡташыбыҙ сәхнәлә «Ямайка»ны  тағы ла бер йырларға тейеш була. Артабан биш кеше араһынан финалға үтеүселәр билдәләнә.
Марсель Сабиров, «Голос. Дети» проектында  ҡатнашыусы:  «Леонид Николаевич репетицияларҙа кәңәштәре менән ныҡ ярҙам итә. Ул бик талапсан, етди кеше, һәр ваҡыт  «Ноталар таҙа булһын»,- тип талап итә».
Мәскәүҙә йөрөгән  яҡташыбыҙ әйтеүенсә, уларҙың командаһында көслө конкурстанттар етерлек. Малай-ҡыҙҙар бер-береһе менән дуҫлашып та өлгөргән. Финалға иһә ун биш кешенең икәүһе генә үтәсәк.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика