«Ирәндек моңдары» конкурсының быйылғы еңеүсеһе билдәләнде 23.05.2016

Сибайҙа үткән башҡорт халыҡ йырҙарын башҡарыусылар бәйгеһенең Гран-приһына Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры солисы Иҙел Аралбаев лайыҡ булды. Йыр байрамында республика район-ҡалалары, Рәсәй төбәктәренән 80 башҡарыусы ҡатнашты.

«Абдрахман», «Буранбай», «Сәлимәкәй» кеүек бик күп халыҡ йырҙары Сибай һәм Баймаҡ төйәгендә тыуған халыҡ гәүһәрҙәре. «Ирәндек моңдары» конкурсының тап ошо ерлектә ойошторолоуы осраҡлы түгел. Бында башҡорт милләтенең төп этник өлөшө ғүмер итә, йыр-моңдоң иң гүзәл өлгөләре һаҡлана, талантлы һәм рухлы халыҡ йәшәй.
Быйылғы бәйге лә юғары кимәлдә ойошторолоуы, талантлы йырсылары менән хайран итте. Ике йылға бер уҙғарылған һәм быйыл 13-сө тапҡыр ойошторолған конкурстың географияһы киңәйгәндән-киңәйә.
«Ирәндек моңдары»нда Венгриянан махсус саҡырылған ҡунаҡтар ҙа булды. Сит ил вәкилдәренең башҡортса иркен аралашыуы ғына түгел, халыҡ йырҙарын башҡарыу оҫталығы ла таң ҡалдырҙы. Этнограф Давид Кара Шомфаи халҡыбыҙҙың милли музыка ҡоралында уйнарға үҙаллы өйрәнгән.
Марта Шебештьен, Венгрияның халыҡ йырсыһы: «Мин тәүге тапҡыр егерме йыл элек ҡурай моңон тыңлап ҡараным. Башҡорттарҙың оҙон көйөн ишеткәс мотлаҡ барып күрергә тип хыялландым. Бөгөн теләгем ниһайәт, тормошҡа ашты. Башҡорттарҙың халыҡ ижадын һөйөүе, уға һаҡсыл ҡарашта булыуы һоҡландырҙы».
Әйткәндәй, бығаса «Ирәндек моңдарын»да Япония, Ҡаҙағстан, Әрмәнстан вәкилдәренең дә сығыш яһағаны булған. Шуныһы иғтибарға лайыҡ: «Ирәндек моңдары»нда ҡасандыр сирҡаныс алған балалар ваҡыт үтеү менән өлкәндәр төркөмөнә күсә, ҙур сәхнәгә сығып танылыу яулай.
Өс көн дауамында барған бәйге һөҙөмтәләре буйынса 22 башҡарыусы лауреат, 10 конкурсант дипломант исеменә лайыҡ булды. Ә инде «Буранбай», «Эскадрон» халыҡ йырҙарын башҡарған Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры солисы Иҙел Аралбаев   башҡарыу оҫталығы менән әсир итте. Гран-приға 100 мең һумлыҡ сертификат тапшырылды.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика