Ғинуарҙа Силәбе өлкәһендә уҙған «Осҡон» башҡорт видеоһы фестивале һәүәҫкәр кино төшөрөүселәр араһында күп кенә яңы исемдәр асыҡланы

Ғинуарҙа Силәбе өлкәһендә уҙған  «Осҡон»  башҡорт видеоһы  фестивале һәүәҫкәр кино төшөрөүселәр араһында күп кенә яңы исемдәр асыҡланы 21.03.2016

Улар араһында Баймаҡ телевидениеһы видеоинженеры  Илфат Абдуллин да бар. Фестивалдә ул «Ирәндек тауҙарында» исемле тәүге проекты менән ҡатнашҡан.  

Фильмда ваҡиғалар Ирәндек тауының ҡуйы урмандарында аҙашҡан егеттең уй-кисерештәре тирәләй бара. Экран әҫәрендә Илфат Абдуллин бер юлы сценарий авторы, төп герой һәм  режиссер сифатында сығыш яһай. Кино төшөрөү  майҙаны итеп  Ғәҙелша шарлауығы  һайлана. Оператор булараҡ егеткә  ҡустыһы Рифат ярҙам итә.  
Илфат Абдуллин, Баймаҡ телевидение студияһы видеоинженеры: «Фильм штативһыҙ төшөрөлдө. Минеңсә, был алым әҫәрҙең тәьҫир көсөн арттыра, тамашасы үҙен ваҡиғалар уртаһында тоя».
Егеттәрҙең ижади ынтылышын «Осҡон» башҡорт видеоһы фестивален ойоштороусылар ҙа тейешенсә баһалай. Фильмдың трейлерын күргәс улар,  Илфат Абдуллинды Силәбегә саҡыра. Билдәле режиссерҙарҙың кәңәштәре  авторға илһам ҡанттары ҡуя. Киләсәктә Илфат тулы метражлы  фильм төшөрөү тураһында хыяллана.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика