Интернациональ байрам 06.06.2015

Бөгөн «Берҙәмлек» халыҡ-ара милли мәҙәниәт фестивале ҡунаҡтары Дәүләкәндә үткән һабантуйҙа ҡатнашты. Сит ил вәкилдәре тәүҙә халыҡты сағыу тамаша менән ҡыуандырҙы, һуңынан үҙҙәре лә рәхәтләнеп күңел асты. Милли аш-һыуҙан ауыҙ итте, шаян уйындарҙа ҡатнашты.

Көньяҡ Африка сәхнә оҫталары фестиваль ҡунаҡтары араһында иң әүҙемдәре. Егеттәр һис тә икеләнеп тормай төрлө бәйгеләрҙә ҡатнаша. Уларҙың береһе мәҫәлән, көсөн тоҡ алышында һынап ҡарарға булды. Тәжрибәһе булмаһа ла, ул еңеү яуланы.
Еңеүсе менән яҡташы ла көс һынашып ҡарарға булды. Тик ауырлыҡтары бер ҙә тап килмәй. Алыш бер һығыу менән тамамланды. Шуға ҡарамаҫтан, ҡунаҡтар уйынды бик оҡшатты.
Тапелоу Мутупи, «Берҙәмлек» фестивалендә ҡатнашыусы /Көньяҡ Африка/:
«Ҡарағыҙ, ул бит минән ике тапҡыр ауырыраҡ. Әлбиттә, бер һуғыуҙа осора һуҡты. Мин бер нисек тә ҡаршы тора алманым».
Онхопуте Лепиле, «Берҙәмлек»  фестивалендә ҡатнашыусы /Көньяҡ Африка/: «Уйын бигерәк күңелле. Миңә Һабантуй бик оҡшаны. Тағы килер инем».
Сит ил ҡунаҡтарын төбәктең мәҙәниәте, йолалары менән таныштырыу фестивалдең төп маҡсаттарының береһе. Ғәҙәттәгесә, һабан байрамында халыҡ кәсептәре күрһәтелде. Федоровканан килгән сыуаш милли үҙәге вәкилдәре кейеҙ баҫһа, Архангелдә йәшәүсе Фәнисә Сәйфетдинова таҫтамал сикте.
Ҙур яуаплылыҡты сығыш яһаусылар ҙа тойҙо. Йәштәр ҙә халҡыбыҙҙың быуаттар буйына тупланған бай мираҫын ҡунаҡтарға түкмәй-сәсмәй еткерергә тырышты.
Сит ил ҡунаҡтары ла һынатманы. Күңелле ритмдар, дәртле бейеүҙәр Дәүләкәндәге байрамды тағы ла биҙәне.
Ҡаҙағстандың «Нәзек» фольклор ансамбле сығышында ете музыка ҡоралы моңо яңғырай. Араларында беҙҙең өсөн дә ят булмаған баян, думбыра, ҡылҡубыҙ булһа, шул уҡ ваҡытта ошондай үҙенсәлекле тояҡтас һәм балсыҡтан эшләнгән сал сырна. Был ҡоралдар ансамблдең сығышын тағы ла байыта.
Фестиваль ысын мәғәнәһендә милләттәрҙе берләштерҙе. Сит ил ҡунаҡтары ихласлап урындағы халыҡ менән аралашты, фотоға төштө, дуҫлыҡ ептәрен нығытты. Бөтәһе өсөн дә тамаша сағыу хәтирә булып ҡалыр, моғайын. Сараның бөгөнгө программаһы сиктәрендә ҡунаҡтар шулай уҡ төбәктең хозур тәбиғәте менән танышыу өсөн Асылыкүлгә лә барҙы.
Илфат Кинйәбаев

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика