Иманыбыҙ - күңелдә, ауылыбыҙ - хәтерҙә! 31.05.2016

Ошондай исем аҫтында   ҡасандыр  колхоздарҙы эреләтеү арҡаһында юҡҡа сыҡҡан Хәйбулла районының Ишмөхәмәт ауылын иҫкә алыу сараһы үтте. Осрашыуға ҡасандыр ошо ауылда тыуып үҫкән, ата-бабалары йәшәгән замандаштар йыйылды.

Өс быуатҡа яҡын тарихлы ауыл уҙған быуаттың һикһәненсе йылдарында киләсәкһеҙ мөһөрө һуғылып бөтөрөлә. Әммә ауылдаштарға тыуған нигеҙҙәренең ҡороуы тыңғы бирмәй. Шуға ла улар йыйылып яндырылған мәсет  урынында таҡтаташ  ҡуйырға ниәт итә.Ни бары утыҙ йорттан ғына торһа ла,  Ишмөхәмәт ҡасандыр гөрләп  тора ине, тип хәтерләй  Хәлим Иҙрисов.  Уның ата-әсәһе Яңылбикә менән Сәлихйән Иҙрисовтар һуңғыларҙан  булып тыуған нигеҙҙәрен ҡалдыра. Бөгөн ауылдың үткәне хаҡында оло быуын вәкилдәренең хәтирәләренә таянып ҡына һүҙ йөрөтөргә мөмкин.
Тыуған ауылдарына хәтер итеп таҡтаташ  ҡуйыу тәҡдимен ошонда тыуып үҫкән Ғәйзулла Йәрбулов күтәреп сыға. Уның ниәтен элекке ауылдаштары ла хуплай.
Ауылды иҫкә алыу сараһына халыҡ ихлас йыйылды. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Ишмөхәмәттә тыуып үҫеүселәр бармаҡ менән генә һанарлыҡ ҡалған. Әммә байрамға уларҙың балалары килеүе тарихҡа хөрмәт күрһәтеүгә бәрәбәр ине.  
Ишмөхәмәт  ауылы бөтөрлһә лә, унда тыуып үҫкәндәрҙе бала саҡ, атай йорто хәтирәләре бәйләй. Улар төбәктән сыҡҡан билдәле шәхестәре менән ғорурлана. Һәм был тойғо дауамлы буласаҡ. Сөнки улар ата-балалары донъя көткән төйәкте онотмаҫ өсөн  таҡтаташ  асты. Яҡын арала улар һәр ырыуҙың  шәжәрәһен  төҙөп,  ата-бабалары нигеҙендә  йыйын үткәрмәксе.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика