«Илаһилыҡ һәр йөҙҙә»

«Илаһилыҡ һәр йөҙҙә» 08.04.2016

Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрында рәссам-бутафор Рита Ғәзизованың шәхси күргәҙмәһе асылды. Һынлы сәнғәт менән бала саҡтан ҡыҙыҡһынған замандашыбыҙ башлыса портрет жанрында эшләй.

Уның картиналары нескәлеге, персонаждарҙың аныҡ һүрәтләнеүе менән айырыла. Ижад емештәре араһында күренекле сәнғәт эшмәкәрҙәре менән бер рәттән ябай тамашасылар ҙа бар. Рәссам ижад менән  дүртенсе синыфта уҡығанда үҙенең автопортретын яҙғандан һуң ҡыҙыҡһына башлай.

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика