Илһам алып тыуған төйәктән

Илһам алып тыуған төйәктән 22.03.2016

Башҡортостандың  атҡаҙанған  матбуғат һәм  киң  мәғлүмәт  хеҙмәткәре, «Ашҡаҙар» радиоһы  комментаторы, йырсы  Урал  Ниғмәтуллин  тыуған яғы - Ғафури районы Сәйетбаба  Мәҙәниәт  йортонда  яҡташтарын, ижади дуҫтарын  йыйҙы. Юбилярҙы илһамландырған, күңеленә ҡанат ҡуйған  кисәнән хәбәрсебеҙ  Фәнүзә  Баһауетдинова.

«Ашҡаҙар» радиоһы журналисы Урал Ниғмәтуллиндың илһам шишмәләре тыуған ерҙәренә барып тоташа. Бынан бик күп йылдар элек, бәләкәйҙән йырға-моңға ғашиҡ егет Ғафури районы Мәҙәниәт йортонда хормейстер булып эш башлай. Һәр яҡлап талантлы белгес хор һәм вокал ансамблдәренә  етәкселек итә, спектаклдәрҙә ҡатнаша, йырҙар башҡарыусы булараҡ та танылыу яулай. Өфөгә килеп, артабанғы яҙмышын радио журналистикаға бәйләгәс тә, тыуған төйәк менән бәйләнеш өҙөлмәй.  20 йылдан  ашыу инде Урал Ниғмәтуллин  радиотыңлаусылар күңеленә  рухи байлыҡ  өләшә. Эфирға республиканың йыр сәнғәте йондоҙҙары тураһында тапшырыуҙар әҙерләй.  «Хазина», «Мәңгелек моң», «Клуб уттары» кеүеку программаларҙың исемдәре үк  уларҙың йөкмәткеһе хаҡында әйтеп тора.  
Хеҙмәттәштәре, ижадташ дуҫтары- республиканың күренекле сәнғәт оҫталары менән бергә Урал Миңлебай улы яҡташтарына илаһи минуттар бүләк итте.  Сәхнәлә  яңғыраған моңло йырҙарҙы дәртле  бейеүҙәр алмаштырҙы, күңел  түренән изге  теләктәр еткерелде.
Илһамға тап тыуған мөхит, ерлектәге тәбиғәт, хеҙмәтсән халҡы ҡеүәт бирә. Урал Ниғмәтуллиндың рухи тамырҙары ла шуны иҫбатлай. Ә инде рухиәт байрамында иң ҡәҙерле кешеләрең - иҫән-һау атай-әсәйең ҡатнашыуы яҙмыш бүләге.
Ике бишлеһен тултырған уҙаман киләсәк тормошон да сәхнә менән бәйләй. Сөнки ижадсы күңеленән йыр булып урғылған моң, сәнғәткә  булған  һөйөү тамашасыларына ла йәшәүгә  көс-дәрт,  донъяға матурлыҡ, сафлыҡ өҫтәй...

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика