Ике республика араһындағы хеҙмәттәшлекте нығытыу сиктәрендә Өфөгә Яҡут делегацияһы килде

Ике республика араһындағы хеҙмәттәшлекте нығытыу сиктәрендә Өфөгә Яҡут делегацияһы килде 05.11.2014

Улар баш ҡаланың иҫтәлекле урындары менән танышты, мәҙәниәт һарайында үткән байрам концертын ҡараны.

Сәфәрҙең Халыҡтар берҙәмлеге көнөндә ойошторолоуы оло әһәмиәткә эйә. Сөнки республикаларҙы элек-электән дуҫтарса, эшлекле һәм иҡтисади мөнәсәбәттәр бәйләй. Өс йыл элек яҡтар араһында сауҙа-иҡтисади, ғилми-техник, социаль-мәҙәни хеҙмәттәшлек тураһында килешеүгә ҡул ҡуйылғайны. Был документты ғәмәлгә ашырыу сиктәрендә  быйыл йәй Өфө  делегацияһы Яҡут Республикаһының баш ҡалаһында булып ҡайтты. Әле алыҫ төбәк вәкилдәре Башҡортостанға килде. Ҡунаҡтар ҡала хакимиәтендә үткән осрашыуҙа артабанғы хеҙмәттәшлек юлдарын барланы һәм байрам көнө уңайынан ойошторолған  концерт программаһын ҡараны. Улар шулай уҡ мәктәп, балалар баҡсалары, медицина үҙәктәре һәм театрҙарға барырға ниәтләй.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку