Иглиндар яҙғы өмәләр башланыр алдынан экологик проблемаларҙы барланы 05.04.2017

Райондың квн-сылары «Шаяндар һәм отҡорҙар бәйгеһе»ндә көс һынашып, тирә-яҡ мөхитте һаҡларға, тәртиптә тоторға саҡырҙы. Урындағы мәҙәниәт йорто сәхнәһе биш команда йәштәрен берләштерҙе.  

Көлкө фестивалендә район үҙәгендә йәшәүселәрҙән тыш, Урман ауылы урта мәктәбе уҡыусылары ла ҡатнашты. Бәйге талаптарына ярашлы, һәр команда биш-ун минутлыҡ сығыш әҙерләй,  йыр-бейеүгә маһирлығын күрһәтә. Шулай уҡ егет-ҡыҙҙар жюри ағзаларын фильм төшөрөү оҫталығы менән дә таныштырҙы. Дөйөм этап һөҙөмтәләре буйынса еңеүҙе «Фреш» командаһы, йәғни Иглин ауылының 3-сө урта мәктәбе уҡыусылары яуланы. Уларға КВН фестиваленең Кубогы тапшырылды.

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика