Иглинда Рәсәй киноһы  йылына старт бирелде 29.01.2016

Сараны  райондың  мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре, үҙешмәкәр артистар үҙенсәлекле итеп ойошторған. Ул кино төшөрөү форматын алды.  

Тантана Балтика ауыл клубында үтте. Кисә  билдәле   Рәсәй  кинорежиссеры Эльдар Рязановтың ижадына  арналды. Уның фильмдарынан өҙөктәр күрһәтелде. Үҙешмәкәр артистар башҡарыуында нәфис фильмдарҙан  йырҙар яңғыраны.  
Район мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре быйыл уҙғарыласаҡ саралар хаҡында һөйләште. Төбәктә «Башҡортостан» киностудияһы төшөргән фильмдар күрһәтеләсәк, кино актерҙары менән осрашыуҙар үткәреү ҡаралған.  
Рәсәй киноһы йылында  төбәктә «Минең кино» конкурс-марафоны ла старт ала. Бәйгегә Иглин районы хаҡында төшөрөлгән фильмдар, видеояҙмалар  ҡабул ителәсәк. Еңеүселәрҙе  видеокамера, фотоаппараттар һәм башҡа ҡиммәтле бүләктәр көтә.
Кисәгә килеүселәр  йәш рәссам Анастасия Шумихинаның эштәрен дә күрә алды. Ижадсы билдәле кино актерҙарының портреттарынан күргәҙмә ойошторғайны.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика