Иглин районында йәшәүсе Фидай  Абраров үҙ ихатаһында  мәсет төҙөп ҡуйған 24.02.2016

Бындай аҙымға уҙаман Мәккә-Мәҙинәгә хаж ғәмәле ҡылып ҡайтҡандан һуң батырсылыҡ итә.  

Алыҫ сәфәргә ир ҡатыны һәм туғандары менән юллана. Ғүмерлек хыялы тормошҡа ашҡандан һуң, Фидай Абраровтың күңелендә тағы ла бер изге ниәт - мәсет асыу теләге уяна. Ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә аталы-уллы Абраровтарҙың ихатаһында иман йорто ҡалҡып сыға.
Мәсет асыуҙы Фидай Абраров ҡатыны Раушанияның 70 йәшенә арнаған. Татыу ғаилә ағзалары изге урындың туған-тумасалары, яҡташтары именлегенә хеҙмәт итәсәгенә ышана.

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика