Иглин районында «Шаяндар һәм отҡорҙар» фестивале үтте

Иглин районында «Шаяндар һәм отҡорҙар» фестивале үтте 05.04.2016

Сираттағы уйында мәктәп уҡыусыларынан торған өс команда ҡатнашты. Егет-ҡыҙҙар уйынға етди әҙерләнеүен күрһәтте. Шаян йәштәр үҙҙәрен режиссер һәм актер ролдәрендә лә  һынап ҡараны. Быйылғы фестиваль «Рәсәй киноһы йылына» арналды. Шуға ла фестивалгә алдан мауыҡтырғыс роликтар ҙа төшөрөлгән.

КВН  уйынында тәүгә  көс һынап ҡараусы уҡыусылар ҙа  булды. Иглин ауылының 1-се урта мәктәбе уҡыусыһы Эдуард Фәхретдинов тап шундайҙарҙан. Сәхнә сирҡанысы үткән егет уйынға тиҫтерҙәрен дә саҡыра.
Эдуард Фәхретдинов, «Адреналин» КВН командаһы уйынсыһы: «Теләгем шул: тиҫтерҙәрем шаяндар һәм отҡорҙар клубы ағзалары булырға ашыҡһындар ине. Беренсенән, бында ҡыҙыҡ, икенсенән - дуҫтар ҙа арта. Миңә бигерәк тә, репетицияларға йөрөү оҡшай. Көлөп хәл бөтә. Хәҙер саҡ ҡына моңһоуыраҡ та - әлегә уйын тамамланды».

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика