Иглин районында Иван Купала  байрамы уҙҙы 07.07.2015

Уның тарихы мәжүсилеккә барып тоташа. Усаҡ аша һикереү, һыу инеү, һәм башҡа йолаларға нигеҙләнгән байрам  йәй   көн менән төн тигеҙләшкәндән һуң үткәрелә. Ул Ҡояшҡа  табыныу менән бәйле.  

Ялҡынланып янған ут эргәһендә милли йырҙар, усаҡ аша һикереү.   Иглин районында  Иван Купала  көнө йыл һайын ойошторола..  Район белорустар күпләп төпләнгән төбәк, ә белгестәр билдәләүенсә, тап улар  мәжүсилек заманынан килгән   байрамды һаҡлап йәшәй. Боронғо йолаларҙы үтәргә башҡа райондарҙан да килгәндәр.
Байрамдың тарихы күңелһеҙерәк.  Легенда буйынса Иван Купала- Ырыҫлыҡ аллаһы бала сағында  бер туғанынан  айырылған һәм үҫеп етеп егет ҡорона еткәс белмәй шул   ҡыҙға өйләнә. Дөрөҫлөк асыҡланғас, йәштәр был хурлыҡҡа түҙә алмай һыуға һикерә һәм батып үлә. Байрамды ололар ҙа йәштәр ҙә көтөп ала торған булған. Ул әле лә шулай.  Иртән ҡыҙҙар йыйылышып сәскәләрҙән таҡыя үрә.  Ә егеттәр үҙенә тормош иптәше һайлай. Тап ошо ваҡытта   үҙ парын тапҡандар бәхетле, оҙон ғүмер итә тип һаналған, туйҙар үткәрелгән.
Гүзәл заттар  баштарындағы таҡыяларын һыуға ырғыта. Әгәр ҙә ул йөҙөп китһә ҡыҙ быйыл кейәүгә сығыуҙы аңлата,  яр буйында ҡала икән, киләһе йылға тиклем көтөргә тура килә. Ә  бата икән, быны насарға юрағандар.  Йолаға  әле лә ышаналар һәм уны үтәйҙәр.
Күмәкләп һыу инеү йолаһына ла улар ҙур мәғәнә һала. Иван көнөндә йылға-күлдәрҙә, шишмәләрҙә һыу таҙарына һәм тап ошо ваҡытта  ҡойоноу көс, һаулыҡ өҫтәй тигән ырым бар славян халҡында. Был төндә ҡаҙаяҡ үләне сәскә ата тигән ышаныу ҙа бар, йәнәһе  уны күргән кешенең хыялы тормошҡа аша. Тик быға тиклем ул  сәскәне береһенең дә  күргәне юҡ.  
Рәмилә  Исмәғилева

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика