Иглин районы уҡыусылары Силәбе өлкәһендә ойошторолған «Таланттар галереяһы»нда ҡатнаша

Иглин районы уҡыусылары Силәбе өлкәһендә ойошторолған «Таланттар галереяһы»нда ҡатнаша 14.03.2017

Миәс сәнғәт һәм мәҙәниәт колледжы тарафынан уҙғарылған интернет бәйге һөҙөмтәләре 10 апрелдә билдәле буласаҡ.

Халыҡ-ара конкурста Мәғәфүр Хисмәтуллин исемендәге балалар музыкаль мәктәбенән  өс үҫмер үҙ көсөн һынап ҡарарға теләк белдергән. Улар белем усағында педагог Татьяна Шелчкова етәкселегендә фортепиано дәрестәрендә шөғөлләнә. Видеояҙмалар бәйгеһенә һәләтле ҡыҙҙарҙың  ижади эштәре күптән ебәрелгән, әлегә жюри ағзалары конкурсанттарҙың сығыштарын баһалай. Сараны ойоштороуҙың төп маҡсаты - классик музыкаль мираҫты һаҡлау, үҫтереү һәм популярлаштырыу, кескәй  таланттарҙы асыҡлау һәм уларҙың профессиональ оҫталығын байытыу.
Карина Шәмсетдинова, Мәғәфүр Хисмәтуллин исемендәге балалар музыка мәктәбе уҡыусыһы: «Ике музыкаль әҫәр һайлағайным, уларҙың береһе башҡорт композиторы Айрат Кәримовтың «Элегияһы». Музыкаһы бик тыныс, күңелде һалып башҡарырға кәрәк.  Бала саҡтан йырсы булырға хыялланам, маҡсатымды тормошҡа ашырыр өсөн үҙ өҫтөмдә эшләйем, төрлө конкурстарҙа ҡатнашып, ижади яҡтан сынығам».

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика