Иглин районы мәҙәниәт йортонда Кино йылына арналған марафондың сираттағы этабы 19.05.2016

Осрашыуҙа «Башҡортостан» киностудияһында ижад ителгән фильмдар күрһәтелде. Белгестәр шулай уҡ урындағы авторҙарҙың кино әҫәрҙәренә лә баһа бирҙе. Һәүәҫкәр кинорежиссер  Рөстәм Шәйхетдинов конкурсҡа «Етем» фильмын тәҡдим иткән. Унда йәш автор үҙенең олатаһының яҙмышы хаҡында һөйләй.  

Рөстәм Шәйхетдинов, һәүәҫкәр режиссер:  «Олатайымдың тарихын ишеткәнем бар ине. Ағайым менән миңә был бик ҡыҙыҡлы тойолдо. Яҡынымдың  яҙмышы үҙе кеүек үк һуғыштан һуңғы быуын вәкилдәренекенә оҡшаш, тип уйлайым. Олатайымдың тормош тарихын  өйрәнеп, уның республика яҙмышынан айырылғыһыҙ булыуын асыҡланым».  
Кино йылында иглиндар үҙҙәренең кинотеатры хаҡында ла хыяллана. Район етәкселәре әйтеүенсә, эшҡыуарҙар ярҙамында был теләктең тормошҡа ашыуы ихтимал. Ул осраҡта Иглинда күп функциялы заманса кинотеатр барлыҡҡа киләсәк.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика