Иглин районы үҙәгендә ҡышты оҙаттылар 12.03.2016

Байрам төбәктә илле йыл дауамында күмәк халыҡ ҡатнашлығында ойоштора. Байрамдың төп һыйы - майлы ҡоймаҡтар бөгөн айырыуса тәмле һәм мул бешерелгән. Уларҙы олоһо ла, кесеһе лә туйғансы ашаны. Яҙ байрамында һәр кем үҙенең һөнәрен күрһәтә ала. Бындай күләмле саралар  районда йәшәүсе төрлө милләт халҡын берләштерә.

Байрам саралары башланыр алдынан Иглин ҡасабаһында яҙғы ауыл хужалығы йәрминкәләре лә асылды. Байрам уңайынан ауыл хужалығы уңғандары ит продкуцияһын баҙар хаҡтарынан күпкә арзаныраҡ ҡуйҙы, йәшелсә-емештәрҙең килограмын 15-25 һумдан алырға мөмкин ине. Халыҡҡа шулай уҡ райондың бренды булған иглин һуғаны менән балы ла тәҡдим ителде.
Байрамға килеүселәргә  спорт уйындары менән үрелеп барған ҡыҙыҡлы концерт программаһы ла күрһәтелде. Ҡышты оҙатып, яҙҙы ҡаршылау миҙгеленә арналған күңел асыу сараһын тамаша ҡылыусы халыҡҡа өсөшәрләп егелгән аттарҙа йөрөү, ҡоймаҡтар менән һыйланыу мөмкинлеге лә булды. Байрамдың иң тулҡынландырғыс мәле - сепрәктән эшләнгән  ҡурсаҡ һынын
яндырыу ҙа байрам  йолаһына тап килтереп үтәлде.  
Йәкшәмбе бөтә  халыҡтың яратҡан ҡоймаҡ  байрамы -Республиканың барлыҡ төбәктәрендә лә үтәсәк. Баш ҡалабыҙ Өфөлә ул Яҡутов паркында көндөҙгө сәғәт ун икелә башлана.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика