Иҫке мәҙәниәт йортонда яңыса тормош 27.11.2015

Ҡыйғы районының Йыланлы ауылы мәҙәниәт усағы төҙөкләндерелггәс төрлө ижади түңәрәктәр ойошторола. Олоһо ла, кесеһе лә уларға теләп йөрөй. Бигерәк тә хаҡлы ялдағылар ойошторған «Серҙәштәр» фольклор коллективы төбәктә киң танылыу яулай.

Римма Бәҙретдинова «Серҙәштәр» фольклор ансамбленең иң оло ағзаһы. Ҡасандыр көндө-төнгә ялғап ауыл хужалығында эшләгән ханымдың хаҡлы ялда буш ултырған ваҡытын күрмәҫһең. Хеҙмәт ветераны ауыл мәҙәниәт йортонда ойошторолған барлыҡ сараларҙа ла әүҙемлек күрһәтә. Ауылдаштары Римма Кәлимулла ҡыҙы башҡарыуында халыҡ йырҙарын яратып тыңлай.
Йыланлы ауылы мәҙәниәт йортонда дүрт төркөм эшләй. «Серҙәштәр» фольклор ансамблендә шөғөлләнеүселәрҙең береһенең дә махсус музыка белеме булмаһа ла, һәр кеме йыр-бейеүгә әүәҫ. Төбәктәге бер байрам сараһы ла уларҙан тыш үтмәй. Әйткәндәй, мәҙәниәт йортонда күптән түгел капиталь ремонт эштәре уҙған. 1956 йылда төҙөлгән бина һуңғы ун йылда буш тора. Тик 2013 йылда ғына район бюджетынан аҡса бүленгәс ауыл мәҙәниәт йорто яңы һулыш ала.
Шулай ҙа маҡсаттар бының менән генә сикләнмәй. «Серҙәштәр»ҙән тыш, мәҙәниәт йортонда шөғөлләнгән «Ыласынташ», «Бигелде» һәм «Шатлыҡ»  ижади коллективтары бейеүселәренә лә әле яңы сәхнә кейемдәрен тектереү күҙҙалана.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика