Иҫке Балтас ауылында Батырша исеме менән билдәле 18-се быуат мәғрифәтсеһе Ғабдулла Ғәлиевтың музейы эшләп килә

Иҫке Балтас ауылында Батырша исеме менән билдәле 18-се быуат мәғрифәтсеһе Ғабдулла Ғәлиевтың  музейы эшләп килә 01.04.2017

Ғабдулла Ғәлиев 1710  йылда Балтас районында тыуған. Заманында мәҙрәсә тотҡан мәғрифәтсе 1755 йылдың яҙында  мосолман халҡы мәнфәғәттәрен яҡлауға өндәгән мөрәжәғәтнамә менән сығыш яһай. Өндәмәлә ихтилалға күтәреләсәк көн дә билдәләнә. Әммә ул иртәрәк башлана һәм уңышһыҙлыҡтарға осрай.

Батырша Санкт-Петербург төрмәһендә  һәләк була. Уның төрмәлә ултырғанда императрица Елизавета Петровнаға яҙған хаты һәм өндәмәһе лә беҙҙең көндәргә тиклем килеп еткән. Иҫке Балтаста 2003 йылда асылған йорт-музейында  тарихи экспонаттар, төрлө дәүер ҡағыҙ һәм тимер аҡсалары һаҡлана. Ә төп ҡомартҡы - 200 дананан ашыу Батыршаның шәхси китапханаһынан ҡулъяҙма китаптар. Уларҙы  туплау, һаҡлау менән  туғандары шөғөлләнгән. Бай тарихи ҡомартҡылар ғаилә милке булып иҫәпләнә һәм ул Батыршаның  вариҫы Рәфис Шәйхәйҙәровҡа тапшырылған. Әйтергә кәрәк, был йыйынтыҡтар китапхананың бер өлөшө генә.

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика