Иҙел башына иман ҡайтты

Иҙел башына  иман ҡайтты 14.10.2015

Белорет районының күркәм  ауылдарының береһе, Әзекәйҙә  яңы мәсет сафҡа инде. Ғибәҙәт йорто тулыһынса урындағы меценаттар һәм халыҡ көсө менән төҙөлдө.

Ҡорбан салынған, доғалар ҡылынған. Ауылдаштар яңы мәсет асылыуға сикһеҙ шат. Иман йорто Әзекәйгә йәм өҫтәне, рухи көс бирҙе тип ҡыуана улар.
Намаҙ ваҡыттарында мәсет буш тормаҫ, тип өмөт итә ауылдаштар. Иман йорто юлға яҡын урынлашҡан, был сәфәрҙәгеләр өсөн дә уңайлы. Күрше Ҡаҙыш ауылы мосолмандары ла йома һайын Әзекәйгә килергә иҫәп тота.
Әзекәй Белорет районының бай тарихлы, күркәм ауылдарының береһе. Иман йорто төбәктә 90 йылдар башында уҡ ғибәҙәткә асылһа ла, мөмкинлектәр сикле булды. Урындағы мосолмандарға  Әзекәйҙә тыуып үҫеп ҡанат нығытҡан уҙаман, Рәшит Хәлилов ярҙамға килде. Иман йорто уның матди көсө һәм ауылдаштарҙың тырышлығы менән төҙөлдө.
Мәсет асыу тантанаһынан һуң ауылдаштар күмәкләп намаҙға баҫты. Әзекәй ата-бабалар аманатына  тоғро ҡала, халҡыбыҙҙың рухи тамырҙарын нығытыуға үҙ өлөшөн индерә, тип  ҡыуанышты урындағы аҡһаҡалдар.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика