Гармун байрамы

Гармун байрамы 13.04.2016

Күгәрсен районында Башҡортостандың  атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Хәлит Мусин иҫтәлегенә  «Гармун моңо-2016» асыҡ район конкурсы  ойошторолдо.  

Ижади бөйге гармунда уйнау сәнғәтенең хәҙерге оҫталарын асыҡлау һәм   музыка ҡоралдарына ҡыҙыҡһыныу уятыу маҡсаты ҡуйғайны. Район  таланттарынан тыш, Күгәрсен еренә башҡарыу оҫталығын һынап ҡарау өсөн  күрше Көйөргәҙе, Мәләүез райондары һәүәҫкәр артистары ла килде. Халҡыбыҙҙың боронғо көйҙәре һәм заманса әҫәрҙәрҙе башҡарыусылар сәнғәт әһелдәре кәңәштәрен дә ишетте.
Конкурс еңеүселәре төрлө йәш категориялары буйынса билдәләнде. Гран-при яулаусы Юрий Рябов Хәлит Мусин исемендәге махсус приз - гармунға лайыҡ булды.  
Байрам оҡшаны,  гармунсылар барыһына ла шәп кәйеф бүләк итте. Һайлап алыу этабында тамашасы булараҡ та ҡарап ултырғайным, күҙәтеүҙәрем буйынса күптәр еңеүсе исемен йөрөтөргә лайыҡлы. Шулай ҙа беренсе булыуыма шатмын.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика