Федоровка районының Юлдаш ауылында яңы мәсет бинаһы файҙаланыуға тапшырылды 01.06.2015

Иман йортон сафҡа индереүҙә бөтә ауыл халҡы ҡатнашҡан - кемдер аҡсалата ярҙам күрһәтһә, икенселәре өмәләргә сыҡҡан. «Ғәлиә» мәсетен асыу тантанаһы  ауыл өсөн оло ваҡиғаға әүерелде.

Юлдаш - Башҡортостандың Ырымбур өлкәһе менән сиктәш Федоровка райоының иң төпкөл ауылдарының береһе. Шуға ҡарамаҫтан, бында элек-электән аң-белемгә ынтылған, йәш быуынға матур тәрбиә бирергә тырышҡан уңған халыҡ йәшәй. Юлдаштар, хаҡлы ялға сыҡҡандан һуң, Өфөлә дини белем алып ҡайтҡан яҡташтары, Кәрим Атйетәровтың ауылда мәсет төҙөү тәҡдимен дә хуплап сыға.
Һәр эштең уңышы уны ойоштороп йөрөүсе кешенең ихласлығына ла бәйләнгән. Ауыл халҡы әйтеүенсә, Кәрим хәҙрәт ауылда мәсет төҙөлөшөнә бөтә көсөн һәм ваҡытын бирә.
Мәсет төҙөүгә бөтә ауыл халҡы үҙ өлөшөн индерә - матди ярҙам һәм ҡул көсө менән дә ҡатнашырға тырыша. Изге ниәтте тормошҡа ашырғанда көтмәгән ерҙән дә ярҙам килә - ата-әсәһе ошо ауылдан сыҡҡан, үҙе ғүмер буйы Санкт- Петербург ҡалаһында йәшәгән Рөстәм Кинйәбаев  ауылдаштарына миллион һумға яҡын аҡса ебәрә.
Ауыл халҡының шатлығын Рәсәй мосолмандары Үҙәк диниә назараты рәйесе Тәлғәт Тажетдин да уртаҡлашты. Юғары мөфтөйҙөң белдереүенсә, Юлдаш мәсете асылыу менән республикала иман йорттары һаны мең дә ике йөҙгә еткән
Мәсет асылған көндө уның тирәләй ағастар ҙа ултыртылды. Күркәм баҡса боронғо ауыл тарихының яңы бите асылыуын иҫкәртеп тора.
Гөлдәриә Йосопова

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика