Федоровка районында  мордва халыҡ йырҙарын башҡарыусыларҙың  өсөнсө республика конкурсы үтте 12.12.2014

Быйыл сарала йөҙҙән ашыу йырсы ҡатнашты. Конкурс сиктәрендә республикала йәшәүсе төрлө милләт вәкилдәре үҙҙәренең йолалары менән таныштырҙы, күргәҙмәләр ойошторолдо.

Федоровка районы ағинәйҙәре йырлай-йырлай кейеҙ баҫа. Төбәк оҫтабикәләре һарыҡ йөнөнән йылы кейемдәр ҙә бәйләй,  юрғандар ҙа һыра. Йөрәк йылыһы һалынып эшләгән әйберҙәргә ихтыяж ҙур, ти ҡатын-ҡыҙҙар.  
Ғашиҡтарға арналған моңло йырҙы Бишбүләк районынан килгән «Эрзе» ансамбле ағзалары башҡара. Коллективтың маҡсаты - репертуарҙағы һәр композицияның асылын тамашасы күңеленә еткереү.    
Ирина Николева, «Эрзе» ансамбле солисы: /Бишбүләк районы/ «Конкурста йыл һайын ҡатнашабыҙ. Бында яңы йырҙар ишетәбеҙ. Ҡайтҡас, уларҙы үҙебеҙ ҙә өйрәнәбеҙ. Фестивалдә ҡатнашыусылар менән күптән инде дуҫлашып бөттөк. Был юлы ла конкурста таныштарыбыҙ күп».    
Конкурста республиканың 6 районынан үҙешмәкәр сәнғәт оҫталары ҡатнашты. Быйыл мордва йырҙары бәйгеһенә кескәй башҡарыусылар ҙа ҡушылды. Конкурсанттарға иҫтәлекле бүләктәр, маҡтау ҡағыҙҙары тапшырылды.
Аймара Рәхимова

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика