Федоровка районы Үрге Алаштан ауылында мордва мәҙәниәте фольклор байрамы үтте

Федоровка районы Үрге Алаштан ауылында мордва мәҙәниәте фольклор байрамы үтте 16.12.2016

Сарала Федоровка, Йәрмәкәй, Бишбүләк, Ҡырмыҫҡалы, Стәрлетамаҡ райондары мордва фольклор коллективтары ҡатнашты. Байрам ҡунаҡтарын  ауыл мәҙәниәт йортонда ойошторолған мордва ихатаһы хужалары ҡаршы алды. Ошонда уҡ һәр райондың  ҡул эштәре оҫталары күргәҙмәһе лә эшләне.

Мордва йыр-моңдары, дәртле йыр- бейеүҙәр һәр кемдең кәйефен күтәрҙе.  Мәҙәниәт йорто сәхнәһендә һәр коллектив мордва халҡының төрлө йолаларын, ғөрөф -ғәҙәттәрен күрһәтте. Был йолаларҙың барыһы ла халыҡта быуындан-быуынға күсә килә. Байрамда билдәләүенсә, бындай саралар тәү сиратта туған телде һәм рухи ҡиммәттәрҙе һаҡларға булышлыҡ итә.  Фольклор байрамында ҡатнашыусыларҙы республиканың халыҡтар дуҫлығы йорто директоры Азат Ибраһимов, республика мордва милли-мәҙәни үҙәге етәксеһе Юлий Герасимов һәм район хакимиәте етәкселәре тәбрикләне. Фольклор колективтарына Маҡтау грамоталары, Рәхмәт хаттары, иҫтәлекле бүләктәр тапшырылды.  

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика