Федерация Советында Башҡортостандан сенатор, Мәскәүҙәге «Башҡортостан яҡташлығы» төбәк йәмәғәтселек ойошмаһы етәксеһе  Рафаил Зинуровтың күргәҙмәһе асылды 02.04.2015

«Донъя илдәре тарихында шәхестәр» тип аталған экспозиция Өфөлә үтәсәк ШОС һәм БРИКС саммиттарына арналған һәм унда ошо илдәрҙең милли батырҙарының һыны урын алған. Күргәҙмәне асыу тантанаһында күп кенә сенаторҙар, шулай уҡ Федерация Советы рәйесе Валентина Матвиенко булды. Ул Федерация Советының сираттағы ултырышын асып, Рәсәй парламентының бөтә ағзаларын һәм хеҙмәткәрҙәрен күргәҙмә менән танышырға саҡырҙы.

Экспозицияла төрлө йылдарҙа эшләнгән 33 бюст урын алған. Коллекция һуңғы 30 йылда ижад ителгән скульптураларҙы берләштерә.  
Күргәҙмәгә күберәк башҡорт батырҙарының һындары ҡуйылған.  Улар араһында Салауат Юлаев, Ҡараһаҡал,  Алдар батыр, Батырша, Кинйә Арыҫланов кеүек данлыҡлы милләттәштәребеҙ бар.  Күргәҙмә бер аҙна дауам итәсәк. Артабан ул Өфөләге ШОС һәм БРИКС саммиттары алдынан күрһәтеләсәк.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика