Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле ҡарамағындағы балалар студияһында шөғөлләнеүселәр Санкт-Петербург ҡалаһында үткән бишенсе халыҡ-ара «Таланттар салюты» конкурсында Гран-при яуланы

Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле ҡарамағындағы балалар студияһында шөғөлләнеүселәр Санкт-Петербург ҡалаһында үткән бишенсе халыҡ-ара «Таланттар салюты» конкурсында Гран-при яуланы 15.10.2015

Еңеүселәр ҡайтҡас ижади коллективтың  тамаша залында ата-әсәләре алдында ла сығыш яһаны.

Төньяҡ баш ҡалала үткән фестивалдә Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле ҡарамағындағы балалар студияһы өлгөлө бейеүҙәрен тәҡдим итте. Етәкселәре Регина Мостафина менән Майя Фәрхетдинова балаларҙы конкурсҡа ентекле әҙерләй. Конкурс өсөн яңы костюмдар тегелә. Елпеүес, ҡылыс, Түбәнге Новгород ҡалаһында эшләтелгән ынйы кеүек атрибутикалар ҙа жюри иғтибарынан ситтә ҡалмай. Жюри ағзалары республикабыҙҙың йәш һәләттәренең һығылмалылығын, сәхнә оҫталығын юғары баһалай.
Майя Фәрхетдинова, педагог-балетмейстер: «Һайлап алыу көнөндә беҙ үҙебеҙҙең категорияла беренсе урын яуланыҡ, ә иртәгәһенә беҙҙе Гала-концертҡа саҡырҙылар. Бында егерме биш коллектив  ҡатнашты. Гран-при яулауыбыҙҙы иғлан иткәс, шатлығыбыҙҙың сиге булманы. Бигерәк тә балалар ҡыуанды».
Әле ҡасан ғына ҡурсаҡ, машина уйнаған сабыйҙар «Таланттар салюты» фестиваленән үҙҙәрен ысын бейеүсе итеп тойоп ҡайтты. Ата-әсәләр өсөн ойошторолған тамашанан һуң ҡыҙҙар-малайҙар остаздарына, ата-әсәләренә рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе.
Бейеү - тән, аҡыл һәм күңел берлеген талап итеүсе сәнғәт төрө. Сабыр һәм үҙенә талапсан кеше генә ысын бейеүсе була ала. Был йәһәттән тәүге  профессиональ башҡорт бейеүсеһе исемен йөрөткән балалар бейеү ансамбле тәрбиәләнеүселәре лә бөйөк остаздарының исеменә тап төшөрмәй.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика