Өфө симфония моңо менән тулды

Өфө симфония моңо менән тулды 10.06.2015

Бер сәғәт элек кенә баш ҡаланың ике майҙанында «Симфония төнө» акцияһы  тамамланды. Быйыл  музыка байрамы Аксаков мәҙәниәт һәм ял паркында, «Башҡортостан» концерт залы алдындағы майҙанда үтте.  

Асыҡ һауа аҫтындағы концерт, йәғни опен эйр тәүге тапҡыр Өфөлә 2 йыл элек  Конгресс холл эргәһендәге майҙанда ойоштролдо. Ул «Башҡортостанда тыуғандар» исеме аҫтында үтте һәм концертта республиканың билдәле сәнғәт оҫталары  сығыш яһаны.  Моң байрамы   меңдәрсә тамашасыны бергә йыйҙы. Былтырғы  концерт та   аншлаг менән үтте.
Быйыл   тамаша бер юлы ике майҙанда барҙы. Аксаков исемендәге мәҙәниәт һәм ял паркындағы концерт киске  алтыла уҡ башланды, бында моң һөйөүселәрҙе Йәштәр симфония оркестры һөйөндөрөрҙө, ижади коллектив    классиктарҙың һәм заман авторҙарҙының билдәле әҫәрҙәрен башҡарҙы. Сәхнәлә бер-бер артлы Моцарт, Брамс, Тухманов, Григаның ижад емештәре яңғыраны. Программаның биҙәге тип башҡорт халыҡ йырына нигеҙләнеп яҙылған «Азамат» номерын атарға мөмкин.
Концертта  халыҡ-ара, Рәсәй, республика кимәлендәге   конкурс  еңеүселәре сығыш яһаны.   Тамашала  «Кайфулин Бенд» джаз төркөмө һәм «Ятаған» этно ансамбле лә ҡатнашты. Тамашасылар һәр бер  сығышты көслө алҡыштар менән оҙатты.
«Башҡортостан» концерт залы алдындағы  музыка байрамы  киске һигеҙҙә башланды, бында ла алма төшөрлөк тә урын юҡ.  Симфония моңон һөйөүселәр алдында Республиканың  Милли симфоник оркестры сығыш яһай.  Пульт артында  оркестырҙың баш дирижеры Раушан Яҡупов.  Музыканттар тамашасыларҙы бөйөк композитор  Петр Чайковскийҙың тыуыуына 175 йыл тулыуға арналған  номерҙар менән ҡыуандыра, был тәңгәлдә «Аҡҡош күле» балетынан сюитаны атап үтергә ммөкин, шулай уҡ программаның төп өлөшөн Сен-Санс, Форе, Бизе, Берлиоза әҙәрҙәре биләй.
Асыҡ һауа аҫтындағы тамаша  сәхнә оҫталары күңеленә лә, тамашасыларға ла хуш килде.  Халыҡ моң байрамын көтөп ала.
Опен эйр тип йөрөтөлгөн асыҡ һауа аҫтындағы  концерттар донъяла үткән быуат уртаһында уҡ үткәрелә башлай, беҙҙә ул һуңғы йылдарҙа ғына үтеп инде һәм бөгөн был сараны мәҙәни тормоштоң айырлығыһыҙ өлөшө тип  әйтергә мөмкин.
Рәмзиә Кәримова

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика