Өфө сәнғәт галереяһында Башҡортостандың атҡаҙанған рәссамы Урал  Мөхәмәтшиндың шәхси күргәҙмәһе асылды 06.09.2014

Экспозиция авторҙың 60 йыллыҡ юбилейына арнала.

Галереяның өс залында рәссамдың 60-тан ашыу эше ҡуйылған. Уларҙың яртыһы - Нестеров исемендәге музей мөлкәте. Күргәҙмәлә ижадсының пейзаж, жанр композицияларын һәм күренекле башҡорт яҙыусылары, рәссамдары, артистары портреттарын күрергә мөмкин. Улар араһында Мөхәммәтсәлим Өмөтбаев, Мифтахетдин Аҡмулла, Динис Бүләков һәм башҡалар.
Урал Мөхәмәтшин Өфөлә тыуһа ла, тәбиғәтте, ауылды ярата. Был уның эштәрендә лә сағыла. Ҡыл ҡәләм оҫтаһының беренсе шәхси күргәҙмәһе 23 сентябргә тиклем дауам итә.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика