Өфөнөң Салауат Юлаев майҙанында «Классик музыка марафоны» дауам итә 08.09.2014

Йәкшәмбе көн тамашасыларҙы Башҡортостандың Милли симфоник оркестры ҡыуандырҙы.

Заһир Исмәғилевтың «Салауат» әҫәре  бер кемде лә битараф ҡалдырмай.  Асыҡ һауалағы концертта шулай уҡ билдәле рус һәм сит ил композиторҙарының әҫәрҙәре, төрлө фильмдарҙа ҡулланылған таныш  көйҙәр башҡарылды. Башҡортостандың Дәүләт гимны авторы Фәрит Иҙрисовтың әйтеүенсә, симфоник оркестрҙар концерттары Рәсәйҙең төрлө төбәктәрендәге мәҙәниәт һәм ял парктарында ойошторола башланы. «Классик музыка марафоны» проекты ла быға асыҡ миҫал.
Асыҡ һауалағы концертҡа килеүселәр ваҡытын бушҡа үткәрмәне, тип әйтергә кәрәк. Күптәр таныш көйҙәргә ҡушылып йырланы, майҙан уртаһына бейеүгә төшөүселәр ҙә булды. Мәҙәниәт йылы сиктәрендә ойошторолған проект 12 сентябргә тиклем дауам итә.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика