Өфөнөң «Родина» кинотеатрында танылған кинодокументалист, режиссер Радик Ҡоҙаяровтың сираттағы фильмы күрһәтелде

Өфөнөң «Родина» кинотеатрында танылған кинодокументалист, режиссер Радик Ҡоҙаяровтың сираттағы фильмы күрһәтелде 16.03.2017

«Оҫтаның васыяты» фильмының төп геройы япон рәссамы. Документаль әҫәр шулай уҡ шулай уҡ сит ил тамашасыһы хөкөмөнә лә сығарылған. Өфөлә фильм Башҡортостан Башлығы ҡарамағындағы  дәүләт хеҙмәте һәм идаралығы академияһының «Сәйәси кино лаборатория»һы проекты сиктәрендә  күрһәтелде.

Бынан биш йыл элек старт алған проект ярҙамында өфөләр Радик Ҡоҙаяровтың ун бишләп фильмын ҡараған. Исемлектә 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы командиры, генерал-майор Миңлеғәле  Шайморатовҡа арналған «Генерал» фильмы ла бар.
Радик Ҡоҙаяров, режиссер: «Проект бик кәрәкле тип һанайым. Фильмды ҡарағандан һуң ябай тамашасылар һәм проектта ҡатнашыусылар үҙ-ара фекер алышыыу мөмкинлегенә эйә. Әлеге фильм үҙенсәлекле япон рәссамының  алты йыл тотҡонлоҡтан һуң илһамланып ижад итеүе тураһында бәйән итә».

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика