Фән һәм сәнғәт

Фән һәм сәнғәт 25.06.2014

Башҡортостан Фәндәр академияһында Санкт-Петербург рәссамы Андрей Бодровтың күргәҙмәһе асылды. Экспозиция күренекле фән һәм техника эшмәкәре Сергей Павлиничтың 60 йәшлек юбилейына арналған.

Башҡортостан Фәндәр академияһында Санкт-Петербург рәссамы Андрей Бодровтың күргәҙмәһе асылды. Экспозиция күренекле фән һәм техника эшмәкәре Сергей Павлиничтың 60 йәшлек юбилейына арналған.

Күргәҙмәлә ижадсының 200-гә яҡын картинаһы менән танышырға мөмкин. Төрлө илдәрҙә, Рәсәй ҡалаларында илленән ашыу, шул иҫәптән ете шәхси күргәҙмәлә ҡатнашҡан Андрей Бодров Өфөлә беренсе тапҡыр. Рәссам төрлө йүнәлештә ижад итә. Энә техникаһы - осло энә менән һыҙып төшөрөлгән рәсем. Ул иң ҡатмарлы техникаларҙың береһе. Был ысул менән төшөрөлгән картинаны үҙгәртеп булмай, яңылышырға ла ярамай, ти рәссам. Андрей Бодров натюрморт, пейзаж, портрет, ню жанрҙарында уңышлы эшләй. Уның оҫталығын күргәҙмәгә килеүселәр юғары баһаланы. Андрей Бодров һөнәре буйынса инженер. Бала саҡтан һүрәт төшөрөргә яратҡан ижадсы күренекле рәссамдар менән шөғөлләнеп, һынлы сәнғәт нескәлектәрен үҙләштерә.


Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку