Өфөнөң Конгресс-холл бинаһында Башҡортостандың халыҡ артисы Риф Ғәбитовтың концерт-бенефисы үтте

Өфөнөң Конгресс-холл бинаһында Башҡортостандың халыҡ артисы Риф Ғәбитовтың концерт-бенефисы үтте 31.10.2014

Күренекле балетмейстрҙың сәхнә түренә һыбай сығыуы тамашасыны хайран ҡалдырҙы. Юбилярҙы  халыҡ алҡышлап ҡаршы алды. Сараға бейеүсенең ижадын һөйөүселәр, яҡындары, шулай уҡ ижадташ дуҫтары йыйылды.

Бейеү сәнғәтенә Риф Ғәбитов бала саҡтан ғашиҡ. Фәйзи Ғәскәров исемендәге халыҡ бейеүҙәре ансамбле солисы булараҡ эш башлаған сәхнә оҫтаһы ижади коллективтың художество етәксеһенә, балетмейстерға тиклем үҫә. Риф Ғәбитов республиканың билдәле ансамблдәре, төрлө үҙешмәкәр бейеү сәнғәте коллективтары өсөн 30-ҙан ашыу хореографик әҫәр ижад итә. «Башҡорт йөрәге», «Әтәс, тауыҡ, төйлөгән», «Өс туған» кеүек бик күп халыҡсан бейеүҙәре сәхнә түренән төшмәй. Милли бейеү сәнғәтенә тос өлөш индергән замандашыбыҙ үҙе лә бар булмышым бейеүҙәрҙә тип ҡабатлай.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика