Өфөнөң Чесноковка ҡасабаһында урынлашҡан «Ал елкән» лагерында балаларҙың йәйге  ялы күңелле һәм файҙалы үтә 05.08.2016

Кескәйҙәр өсөн көн һайын ҡыҙыҡлы уйындар, фәһемле осрашыуҙар уҙғарыла. Әммә бөгөнгө осрашыуҙы улар ауырыуса иҫтәлекле. Балалар менән осрашыуға зәңгәр экран йондоҙҙары килде.

Инга Йомашева ҡыҙҙар һәм малайҙарҙың һорауҙарына ихлас яуап ҡайтарҙы. Үҙенең ил президенты Владимир Путин менән тәүге осрашыу тәьҫораттары менән бүлеште. Кескәйҙәр уның яратҡан хобби һәм киләсәккә пландары менән дә ҡыҙыҡһынды.
Инга Йомашева, телевидение тапшырыуҙарын алып барыусы: «Балаларҙың оҫталыҡ дәресендә  әүҙем ҡатнашыуы ҡыуандырҙы. Янып торған күҙҙәрҙән үҙем дәрт алдым».
Осрашыуға шулай уҡ күптәргә  Башҡортостан юлдаш телевидениеһының «Времечко» тапшырыуы аша таныш, әле «Вся Уфа» телекомпанияһы етәксеһе  Алина Сөләймәнова ла килде. Ул балаларҙы хәбәрсе, режиссер һәм оператор эше менән яҡындан таныштырҙы. Лагерҙа ял итеүсе кескәйҙәр менән тапшырыу әҙерләп, эштең нескәлектәренә төшөндөрҙө. Кескәйҙәр өсөн «Телешко» телевидение мәктәбе лә оҫталыҡ дәресе үткәрҙе. Иң әүҙем  ҡыҙҙар һәм малайҙарға бүләккә  сертификаттар тапшырылды.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика